Ишембай яңылыҡтары: Әхмәрҙә сход, Байғужала профилактик сара, Ҡоролтай []

• Хакимиәт етәкселеге ауылдар халҡы менән осрашыуын дауам итә. Бындай осрашыуҙар Верхотор, Ишәй, Яңы Әптек, Әхмәр, Һайран, Ҡолғона ауылдарында булып үтте. • Районда һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған иң хәүефле зона – Байғужа ауылында ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ауыл советы хакимиәте менән берлектә иҫкәртеү сараһы ойошторҙо. • Ишембай башҡорттары ҡор йыйҙы. 4 апрелдә үткән съезда 200-ҙән ашыу делегат ҡатнашты. • Ҡала мәҙәниәте һарайында Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө үткәрелде. Сәхнәлә ҡала һәм райондың мәҙәнәни тормошонда ҡайнап йәшәүсе хеҙмәткәрҙәр тәбрикләнде. • 6 апрелдән республикабыҙҙа төҙөкләндереү айлығы старт алды. Ишембайҙар ҙа дәррәү экологик өмәгә сыҡты. © 2019 МАУ «Ишимбай ТВ»
Back to Top