Ҡышҡы һабантуй үткәрҙеләр

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ республика конкурсы бара. Ул айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға, эскелекте иҫкәртеү буйынса эш алып барылған биләмәләрҙе асыҡлауға, дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Республиканың барлыҡ райондарынан быйыл 1120 ауыл биләмәһе ҡатнашыуға ғариза биргән. Ишембай районан да 13 ауыл “Райондың айыҡ ауылы“ исеменә дәғүә итә. Күптән түгел кинйәкәйҙәр ошо проект сиктәрендә “Ҡышҡы һабантуй“ уҙғарҙы. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Хәнә Мәҡсүтова сюжетында.
Back to Top