Video by Dina Galyautdinova
Тыуған көнөң менән инәкәйем, нәнәйебеҙ!Әсәй! Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта атайым менән оҙон, тигеҙ ғүмер кисерергә насип итһен!
Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең яҡты киләсәген күреп, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә!
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә!
Һибелә нур яҡты йөҙөңдән,
Ауыр саҡта еңел булып китә
Һинең әйткән йылы һүҙеңдән.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар. Иң изге теләктәр менән балаларың,ейәндәрең.