Башҡортостан вәкилдәре Мәскәүҙә үткән «Рамаҙан сатыры» мәҙәни-хәйриә проектында ҡатнашты
Башҡортостанға арналған кисә Ҡөрьән китабынан изге сүрә уҡыу менән асылды. Мәрйәм исемле 7 йәшлек Өфө ҡыҙына Мәскәү ҡалаһында ойошторолған ифтарҙа ҡатнашыу мөмкинлеген төбәк-ара конкурста еңеү яулау биргән. Ҡыҙ конкурста ҡатнашыусы 40 бала араһынан һайлап алына.
Ифтар кисәһен республиканың сәнғәт оҫталары сығыштары ла биҙәне. “Йатаған“ этно-төркөмө ҡунаҡтарҙы халҡыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫы менән таныштырҙы.
“Рамаҙан сатыры“ проекты ватандаштарҙы бергә йыйыуҙан тыш, унда ҡатнашҡан һәр төбәктең тарихы һәм мәҙәниәте тураһында бай мәғлүмәт биреүе менән дә әһәмиәтле. Илдең баш ҡалаһында ифтар үткәрергә теләүселәр күп һәм был хоҡуҡ барыһына ла бирелмәй. Мәҙәни-хәйриә кисәһе быйыл республика етәкселеге ярҙамында үтте.
Хәйриә кисәһендә Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейы уңайынан әҙерләнгән яҙмалар ҙа күрһәтелде, тарих биттәренә байҡау яһалды. Башҡортостандың Рамаҙан сатырында дебют сығышы уңышлы үтте.
14 йыл эсендә “Рамаҙан сатыры“ проекты мосолман донъяһының төрлө халыҡтарын берләштереүсе, милләт һәм конфессия-