Байморатова Рима Хәлит ҡыҙы, бөгөн 90 йәшлек иҫ киткес матур ғүмер байрамын ҡаршылай!
Алтын көҙҙөң матур бер мәлендә, 1933 йылдың 10 сентябрендә, Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында, һоҡланғыс кешеләр ғаиләһендә беренсе бала булып, беҙҙең әсәйебеҙ доньяға килә. Иң ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, Байморатова Рима Хәлит ҡыҙы, бөгөн 90 йәшлек иҫ киткес матур ғүмер байрамын ҡаршылай! Һөйөклә әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәртәсәйебеҙ, бейемебеҙ! Һинең бөгөн мәртәбәле юбилейың! Байрамың мөбәрәк булһын!
Ғәжәйеп кешеләр, Хәлит һәм Латифа Байморатовтарҙың матур ғаиләһендә доньяға килеп, уларҙан йәшәү көсө алып, телде, әҙәбиәтте, шиғриәтте, сәнғәтте, тирә-яҡты, тыуған мөхитте, хозурлыҡты тойоп үҫкән ҡыҙ бөгөн – хөрмәтле шәхес!
Төрлө яҙмыштар була. Кемдер тауыш-тынһыҙ, барыһына ҡәнәғәт булып йәшәй. Кемдер ҡулынан киләме – юҡмы, ниҙер хәл итергә ынтыла. Кемдер был доньяға – яҡтыртыу, йылытыу, йылыға, матурлыҡҡа әйҙәү өсөн килә. Тыуған еренең ҡояшында ҡыҙынып, һутлы тупрағынан йәшәү көсө алып үҫкән әсәйебеҙҙең дә тормош һуҡмаҡтары һикәлтәһеҙ булманы. Ә шулай ҙа, уҡыусыларға белем биреү генә тугел, уларға тәрбиә биреүҙе тормош маҡсаты итеп, уларҙы рухи байлыҡҡа, матурлыҡҡа өндәүҙе үҙ бурысы итеп ҡараны әсәйебеҙ. Ул үҙенең усында, йөҙәрләгән мәктәп уҡыусыларының ҡайнар йөрәген тотоп, уларға әхләҡи тәрбиә биреп, күпме өшөгән күңелдәргә йылылыҡ өрҙө, ярым-яртышар йәндәрҙе дауаланы…
Ҡәҙерле кешебеҙҙең бала сағы һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Атаһы, Байморатов Хәлит Мотоғолла улы, фронтҡа киткәс, йорттоң бөтә ауыр эштәре кескәй ҡыҙ бала иңенә төшә. “Мин һуғыш балаһы, ололар менән бер тиң тороп эшләргә тура килгәндә - ун йәшем дә тулмаған ине” – тип йыш ҡына хәтерләй әсәйебеҙ.
Тормоштоң ауырлыҡтарына ҡарамай, уҡырға теләге ҙур була ҡәҙерлебеҙҙең. Юлдыбай урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Эш юлын Ҡашҡар ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыуҡытыусыһы булып башлай. Һәм 30 йылдан ашыу мәғариф өлкәһенә хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыға. Пионер ойошмаһынан башлап директор вазифаһына тиклем үҫергә тура килә уға. Арымай –талмай , булған белемен, көсөн, хеҙмәтен һала ул үҙенең уҡыусыларына. Рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә күскәс, үҙенең белемен башҡорт балаларына яҡыныраҡ итеп аңлатырлыҡ , төрлө ысулдар ҡулланып белемде еткерергә тырыша ул. Китап геройҙарының уйҙарын, эске тормошон, күңел байлыҡтарын тойоп, мәктәп уҡыусыларына еткерә белде әсәйебеҙ. Сөнки уның эске һүрәте – изгелек алып барыу!
Берҙән-беребеҙ мәктәп эшен генә йөкләмәй, йәмғиәт эшендә лә актив ҡатнаша. Ауыл советы депутаты, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, профсоюз ойошмаһы етәксеһе. Үҙенең тырышлығы, яҡшылығы, өлгөрлөгө, бигерәк тә ауыр хәлдәге ғаиләләргә мөнәсәббәте менән ауыл халҡының һөйөүен яуланы.
Әсәйебеҙ ғаиләлә иң тәүге бала булғас, башҡа туғандары ла ихтирам итеп, ғүмер буйы “апай” тип өҙөлөп торҙолар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә алты бер туғандарҙан өсәүһе генә иҫәндәр.
Атайыбыҙ Юлдыбаев Хәйҙәр Шәкирьйән улы менән ҡулға-ҡул тотоношоп, биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр улар. Бөгөн - һәр беребеҙ юғары һәм урта белемле белгестәр. Башҡортостаныбыҙҙың төрлө өлкәләрендә өлгөлө хеҙмәт итәбеҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы атайыбыҙ яҡты доньяларҙан китеп барҙы. Әсәйебеҙ тормош йәмен балаларында, ейән-ейәнсәрҙәрендә, бүлә-бүләсәләрендә таба. Баҡсалар үҫтереп, ҡош-ҡорт ҡарап ҡайғыһын баҫырға тырыша.
“Мин – һеҙҙеке, кешеләрем,
Йомарт ҡояш ишеләрем,
Яҡындарым, туғандарым,
Ялҡын бирер күршеләрем.
Мин-һеҙҙеке, урмандарым
Ҡаяларым, туғайҙарым
Мин – һеҙҙеке, болондарым,
Ауылҡайым, тыуған яғым” - ошо матур шиғыр тап әсәйебеҙ хаҡында яҙылған кеуек. Сөнки туғандарға, күршеләргә һәр ваҡыт ишеге асыҡ, йөҙө яҡты, өҫтәле мул уның. Нәҡ ошолай кеше йәнле, асыҡ сырайлы, бөтә яҡтан талантлы, унған, матур күңелле кеше булғанғалыр, ул ауылдың фольклор ансамбленең актив ҡатнашыусыһы, төрлө сығыштар менән район, республика сәхнәләрендә булырға тура килде. Әсәйебеҙ йыр ярата, үҙе лә бик матур йырлай. Айырыуса башҡор халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе яҡын күрә.
Әсәйебеҙ еңел булмаған, шулай ҙа ҡыҙыҡлы асыштарға бай һуҡмаҡтар аша үтеп, үҙен көслө ҡатын-ҡыҙ, изгеле