ТОРМОШ. Деревня Ариево Дуванский район
Көньяҡ Уралдың иң хозур мөйөшөн төйәк иткән ул Дыуан районы Арый ауылы. Ер кешеһенең төп шөғөлө - һөрөү, сәсеү, урыу, мал аҫырау һәм тотош халыҡты ризыҡ менән туй-ын¬дырыу. Ғүмер баҡый шулай булған һәм шулай булып ҡаласаҡ та. Әммә мәшәҡәтле һәм тынғыһыҙ тормошонда заман менән бергә атларға , илһамлы ял минуттарына, күңел талабына тап килгән хыял донъяһында йөҙөргә лә ваҡыт таба төнъяҡ-көнсығыш башҡорттары. Бөгөн “Тормош” тапшырыуы Дыуан районы Арый ауылында.