Умырзая. З.Ярмухаметова .Х.Дильмухаметов.

Ваҡ ҡына гөрләүек ярып, Ҡар күләүектәр йыйа, Күләүектәрҙе уратып Теҙелгән умырзая. Пр-пев. Умырзая сәскә ата, Ҡар һалҡынында өшөп, Матурлығын бүләк итә, Һағышҡа наҙҙы ҡушып. Умырзая-һары сәскә, Һин бит йәме яландың, Сәскәңдә һағыш һалҡыны. Ирей башлаған ҡарҙың. Умырзая-наҙлы сәскә, Ул бит яҙҙың тәү йәме, Уның менән уяналыр, Ерҙең йоҡлаған йәне.
Back to Top