лфи Агеева пклм, инй!
Әлфиә Агеева – Ырымбур яғынан, Туҡсоран буйы ҡыҙы. Әлеге көндә Мәскәү ҡалаһында йәшәй һәм ялҡынланып ижад итә. Илһам еле ҡағылған яҡташтарыбыҙҙы берләштергән “Сесен” студияһын етәкләй, шиғырҙар, көйҙәр яҙа, баш ҡалала милли рух менән һуғарылған кисәләр ойоштора. Тыуған төйәгенә лә йыш ҡына ҡайтып, Туҡсоран башҡорттарын берләштереү, уларҙың үҙаңын күтәреү өсөн дә төрлө саралар үткәреүҙә әүҙем ҡатнашып тора.
Үпкәләмә, инәй
Бөгөн балам ҡайта, тиеп, беләм,
Аштарыңды тағын бешерҙең.
Һиңә шулай ялған өмөт бирҙек,
Үпкәләмә, инәй, – үкендек.
Күпме эҫе аштарың һыуынды,
Күпме ҡайнар йәштәр түгелде,
Күпме ваҡыт балаларҙы көтөп,
Һинең утың таңда һүрелде.
Тағы яңы көндәр тыуыу менән,
Өмөт итеп, хәбәр көтәһең.
– Балам, өҙгәләнмә, ҡайталмаһаң,
Айҙар йөрө, аман бул! – тиһең.
Бирһен Хоҙай ғәзиз инәйҙәргә
Оло ярҙам сабыр итергә.
Өмөттәре һис тә өҙөлмәһен,
Таңдар атҡас уты һүнһә лә.