Тыныс йоҡла, һалдат!

Бөгөн Ишембай халҡы үҙенең аҫыл улы Фәтҡуллин Вәкил Морат улы менән хушлашты. Ул 1973 йылда Ишембай ҡалаһында тыуған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөй. Башҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 2023 йылдың 24 майынан 31832-се ғәскәр часы составында пулемет бүлексәһе наводчигы вазифаһында Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы һәм Украина территорияларында хәрби бурысын үтәй. 2024 йылдың 22 апрелендә һәләк була.Тыныс йоҡла, яҡташыбыҙ! Батыр даны үлемһеҙ! Ул райондаштары, ауылдаштары күңелендә мәңге йәшәйәсәк!
Back to Top