Бөгөн төндә баҡса аша уҙҙым...

Бөгөн төндә баҡса аша уҙҙым. Бер-береһенә ҡуйып наҙлы башын, Гөлдәр йоҡлай ине түтәлдә. Тик бер ләлә ситкә эйгән тажын, Эргәһендә йәре булмағастын, Сер бирмәгән, ахры, бүтәнгә. Сәскәләргә ҡарап шул мәлдә, Хайран ҡалып торҙом мин — бәндә М. Кәрим
Back to Top