Мәғариф яңылыҡтары
Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова ярҙамы менән ҡаланың икенсе һанлы мәктәбендә химия кабинеты яңыртылды. Уҡыу бүлмәһен заманса йыһазландырыу - сифатлы белем алыуға бер аҙым. Уңайлы шарттар уҡыусыларҙа был өлкәгә ҡыҙыҡһыныу ҙа уятасаҡ.