Беҙ килгәнбеҙ С.Әлибаев Х.Дильмухаметов
Беҙ килгәнбеҙ
С.Әлибаев Х.Дильмухаметов
Беҙ тыуғас та , изге теләктәрен
Аҡ биләүҙәр иткән әсәбеҙ ;
Онотолдо шуға хәсрәттәре ,
Шатлыҡ шишмәләре эсәбеҙ
Ҡ-та.
Был яҙмыштың бәхеттәрен эҙләп ,
Юлдарыңда яҙһын уңырға ;
Килгәнбеҙ бит беҙ ҙә донъяларға
Бер саҡ атай-әсәй булырға.
Беҙгә һеңде әсәй ғәҙәттәре ,
Атай кәңәштәре килеште ,
Булһаҡ икән беҙ ҙә атай һымаҡ
Бик аҙ һүҙле ,оло ,күп эшле !
Ҡ-та .
Донъя йәмле атай-әсәй менән ,
Көндәр елә , оса йондоҙҙар ,
Офоҡтарҙы беҙҙең үтеп китһен ,
Теҙелешеп ҡалһын ул-ҡыҙҙар !