«Белорет - Иҙел башым!» Нәркәс Сиражетдинова, Мәүлит Кәрими
Белорет-Иҙелбашым
1. Белоретым – тауҙар иле,
Урман, йылғалар иле,
Йыраҡтарҙан, гел юҡһынып,
Һағынып ҡайтам һине.
Маяҡ булып, аҙаштырмай,
Юл күрһәтә Рәз ташым.
Ағасҡа бай, ҡоросҡа бай
Белорет-Иҙелбашым.
Ҡушымта:
Ямантауым, Ирәмәлем,
Ағиҙелем, Инйәрем.
Урының йөрәк түремдә,
Белорет-Иҙелбашым!
2. Башҡортом ырыуҙарына
Тап төшөрмәҫ ҡатайҙар.
Ғәзиз еремде һаҡларға
Яу сапҡандар атайҙар.
Киләсәк бәхете өсөн
Һалғандар улар башын.
…….