Мөрсәлим карьеры. Әр - Рәхим мәсете. Кем башҡорт телен һәм мәҙәниәтен ҡыҫырыҡлай?

(Карьер «Мурсалимкино». Мечеть Ар-Рахим. Кто притесняет башкирский язык и культуру?) Салауат районы, Мөрсәлим ауылы. Был ауыл кешеләре күптән инде Ростов өлкәһенең “Шахтинский карьер“ компанияһының эшмәкәрлегенә бәйле ҙур ҡыйынлыҡ кисерә. Компания ҡырсынташ ятҡылығын үҙләштереү менән шөғөлләнә. Бик намыҫһыҙ шөғөлләнә тип өҫтәр инем. (Салаватский район, село Мурсалимкино. Жители этого села уже давно испытывают большие неприятности в связи с тем, что на территории Мурсалимкино развернула свою деятельность компания «Шахтинский карьер» из Ростовской области. Данная компания занимается разработкой месторождения, причем крайне недобросовестно.) Әр-Рәхим мәсете төҙөлөп бөтәсәк. Ураҙа байрамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ошондай вәғәҙә бирҙе. Быйыл мәсетте төҙөүгә 1 миллиард һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. Был республика халҡы өсөн күптән көтөлгән яңылыҡ. Мәсетте төҙөү ваҡытында килеп тыуған ҡатмарлыҡтар тураһында Башҡортостанда һәр мосолман белә. (Соборная мечеть «Ар-Рахим» будет достроена. Такое обещание в день празднования Ураза-байрама дал Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров. В этом году на достройку мечети планируют направить 1 млрд руб. Уверен, вы все со мной согласитесь в том, что данная новость является очень долгожданной для всей республики, ведь многострадальную биографию этого храма знает каждый мусульманин Башкортостана, да и не только.) 2024 йылдың 27 апрелендә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» халыҡ-ара белем биреү акцияһы үтте. Бөгөн ул матур йолаға әүерелде тип тулы ышаныс менән әйтергә була. Быйылғы акцияның күләме ҡыуандыра. Унынсы тапҡыр ойошторолған халыҡ-ара диктантта ҡатнашыусылар һаны 400 меңдән ашып китте. Бөтә донъяла 3018 майҙансыҡ ойошторолдо. Шуларҙың 2689-ы – Башҡортостанда, 283-ө - Рәсәй төбәктәрендә, 46-һы - сит илдәрҙә. (27 апреля состоялась Международная образовательная акция «Международный диктант по башкирскому языку в 2024 году», ставшая доброй ежегодной традицией. Масштабы акции этого года приятно радуют. Число участников десятого юбилейного международного диктанта в 2024 году превысило 400 тысяч человек. Всего во всем мире были организованы 3018 площадок для написания диктанта. Из них 2689 площадок — на территории республики, 283 — в регионах России, 46 — в зарубежных странах.) 00:00 Вступление 00:06 Мурсалимкино 02:20 Мечеть Ар-Рахим 04:48 Диктант по башкирскому языку 06:09 Государственный ансамбль кураистов
Back to Top