сеңләү
Элекке замандарҙа күп осраҡтарҙа еткән ҡыҙҙарҙы үҙе тиңһенгән кешегә түгел, ә димләп, көсләп кейәүгә биргәндәр. Шундай ваҡыттарҙа ата йортон ҡалдырып ҡәйнәһенә күскән йәш кәләштәр үпкәһен, зарын белдереп хушлашыу йырын башҡарған. Башҡорт халыҡ йырҙары араһында сеңләүҙәр үҙҙәре бер айырым урын тота. Хәҙерге заман туйҙарында ла сеңләүҙәр популяр: уларҙа аһ-зар түгел, рәхмәт һүҙҙәре, теләктәр сағыла.
В традиционных свадебных обрядах обязательны «сеңләү» (сенляу — причитание), исполняемые невестой перед отъездом из дома родителей. Этот обряд не обходится без «теляков» — песнопений, в которых выражаются благопожелания, наставления невесте перед ее вхождением в семью мужа.