Еңеү көнөнә арнап. Мөхәммәт Йосопов
“Сәләм, Башҡортостан! Сәләм Башҡортостан халҡы!
Мин, Йосопов Мөхәммәт, Бөйөк Еңеү Көнө уңайы менән үҙемдең атайым Рәшит Йосопов тураһында бер нисә һүҙ әйтеп үтәһем килә.
Атайым ҒәбделРәшит Нурғәли улы Йосопов 1914 йылда Баймаҡ районының Әмил ауылында тыуған. Һөнәре буйынса агроном. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны - 112-се башҡорт атлы дивизияһы ойошторолғандан алып Еңеү көнөнә тиклем элемтәселәр взводында хеҙмәт иткән. Хеҙмәте өсөн ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Ҡайтыу менән дә иленә, халҡына тоғро хеҙмәт итте. Хеҙмәте өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены, миҙалдар менән наградаланды.
#атамкушты