А.Игебаев ижадында арнауар

Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың ижадының аҫыл өлгөләренең бер йүнәлеше - билдәле шәхестәргә арнауҙары ине. Кеше тураһында шиғыр яҙыуы бер ҙә еңел түгел, шуға күрә ошо шиғырҙарҙа уның эскерһеҙлеге, ихласлығы айырым асыҡ сағыла. «Ирәндек бөркөтө» поэмаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Тәфтизән Миңлеғоловҡа арналған. Әйткәндәй, быйыл май айында батырыбыҙҙың тыуыуына 100 йыл тула. Тимәк, үлемһеҙ поэма быйыл бик тә актуаль. Шулай уҡ районыбыҙҙың билдәле шәхестәре – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, илем, халҡым тип йән атҡан матбуғат ветераны Тәфтизан Ушановҡа, мәҙәниәтте, рухиәтте күтәреүгә бар көсөн биргән Луиза Дәүләтшинаға арналған шиғырҙары аша Абдухаҡ Игебаев районыбыҙға ла мәҙхиә йырланы. Арнауҙары менән шәхестәребеҙҙе күтәреп, үҙе лә бер нисә баҫҡысҡа юғары күтәрелде ул.
Back to Top