Резеда Ацытҡужина
Күгәрсен районының Төпсән ауылынан һеҙҙең ижадҡа ғашиҡ бер “Күңелем торошо“ шиғырҙар бәйгеһе ҡатнашыусыһы Резеда Айытҡужина булам.
Урын алыуым мөһим түгел, әммә һеҙҙең менән ултырып бер әңгәмәләшеү- күптәнге хыялым. Ҡайһы шиғырығыҙҙы асып уҡыһам да, күңелемә ауаздаш, моңдаш...
Әле һайлаған шиғырымды ла бик яратып уҡыйым. Сөнки ҡатын-ҡыҙ яратылып, һөйөлөп йәшәргә, наҙлылығы менән арбарға тейештер, тиеп уйлайым. Ниндәй генә заман килмәһен, мөхәббәт ул, һөйөү ул мәңгелек!