Рауил Бикбаев

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Башҡортостан республикаһының яҙыусылар союзы, “Беҙ – Салауат тоҡомдары“ ойошмаһы Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты менән берлектә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл айҡанлы шиғыр һөйләү бәйгеһен иғлан итте. Шиғри уҙышты Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев асып ебәрә. Тарихи саранан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ, милләттәштәр!
Back to Top